Республикала быйыл өс йөҙҙән ашыу ауыл кооперативтарға берләшергә тейеш

Рөстәм Хәмитов ауыл хужалығы министрлығы алдына ошондай бурыстар ҡуя. Берләшеү һөҙөмтәһендә өс меңдән ашыу кешенең эшкә йәлеп ителеүе көтөлә. Халыҡтың мәшғүллеген тәьмин итеү ғаилә йылында ла тәүмаҡсаттарҙың береһе, тине төбәк етәксеһе. Сөнки эш урыны булып, лайыҡлы хеҙмәт хаҡы алып йәшәгән ғаиләләр генә ныҡлы һәм йәмғиәт тә сәләмәт була.

Ауыл клубтарындағы фекер алышыуҙар советтар осорондағы партия йыйылыштарын хәтерләтә. Хәйер, йыйын ысынлап та, үткәндәрҙе тергеҙеү маҡсатында. Баймаҡ районының Юлыҡ ауылы халҡы кооперативҡа берләшергә иҫәп тота. Өфөнән белгестәр саҡыртып был иҫке яңылыҡтың нескәлектәрен өйрәнә. Иң мөһиме халыҡта теләк бар.

Әле Баймаҡ районында алты кооператив иҫәпләнә. Киләсәктә улар бермә-бер артыр тип көтөлә. Сөнки республикала кооперативтарҙы үҫтереү дәүләт ярҙамы менән алып барыла. Быйыл ғына өс йөҙ миллион һум аҡса йүнәлтеләсәк. Йыл аҙағына тиклем тағы ла йөҙ ойошма барлыҡҡа килеүен күҙ уңында тотҡанда, һәр береһенә өс миллион һум тирәһе ярҙам тура килә. Ләкин халыҡ та аҡса индерергә бурыслы.

Республикала тәүге кооператив кибет барлыҡҡа килде лә инде. Баш ҡала янындағы Нуғай ҡасабаһында урынлашҡан магазинда меңләгән ауыл хужалығы продукцияһы төрҙәре, шул иҫәптән «Башҡортостанда эшләнгән» маркаһы аҫтында сығарылғандары ла бар. Әлегә кәштәләргә 12 ауыл хужалығы предприятиеһы - кооператив продукцияһы ҡуйылған.

Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, кооперативтар һанын арттырыу көн талабы. Быйыл уларҙы йөҙгә арттырыу күҙаллана. Һөҙөмтәлә өс меңдән ашыу кешенең мәшғүллеге тәьмин ителәсәк.

Әле республикала шәхси хужалыҡтар 460-тан ашыу. Уларҙың һәр береһе айырым тормош алып бара. Киләсәктә уларҙы ла берләштереү өмөтө ҙур. Сөнки республика кооперативтарҙы үҫтереү буйынса пилот төбәк исемлегенә инде. Тимәк ярҙам да дәүләт кимәлендә күрһәтеләсәк.

Авторы: Айнур Кәбиров