Ауыл хужалығында район-ара хеҙмәттәшлек миҫалы

Йылайыр менән Ейәнсура райондарында һарыҡсылыҡты үҫтереү буйынса уртаҡ проектҡа нигеҙ һалынды. Йылайырҙар күршеләренә һарыҡ тәкәләрен үҫтереп бирергә килешкән. Ейәнсураның «Маяҡ» хужалығынан алынған бәрәстәр әле ҡышты юғалтыуһыҙ сығып килә. Килешеү уңышлы үтәлһә, ике яҡ та табыш аласаҡ. Тимәк, хеҙмәттәшлек дауам итәсәк.

Тәкәләр тигеҙ сафта һуғарыу урынына үтә. Шулай уҡ дәррәү генә кире ялан кәртәгә ҡайта. Ашаған урынын мал яҡшы белә тип шаярта «Таһиров» крәҫтиән-фермер хужалығы хеҙмәткәрҙәре. Ярты йыл самаһы элек улар Ейәнсураның «Маяҡ» хужалығы менән һарыҡ бәрәстәрен үҫтереп бирергә килешкән.

Һарыҡ тәкәләрен үҫтереп биреү ике район араһында хеҙмәттәшлек проекты. Билдәләнгән программа уңышлы үтәлгән осраҡта, үт күршеләр яңыларын ғәмәлгә ашырырға иҫәп тота.

Марина Сапожникова һәр һыйырының ҡылыҡ-фиғелен, ҡушаматын яҡшы белә. Хәләл көсөн түгеп ойошторған крәҫтиән-фермер хужалығы яңы үҫеш юлына баҫҡан. Төбәктең Бирҙәш ауылында йәшәүсе фермерҙар ғаиләһе дәүләттән ярҙам алған. Грант аҡсаларына улар мал ҡураһын күтәргән.

Марина Сапожникова, крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе: «Миллион 350 мең һум гран алдыҡ. 150 мең һум үҙ аҡсабыҙ бар ине. Был мөмкинлектән файҙаланып трактор, 16 баш тана, сапҡыс һатып алдыҡ. Ике ай эсендә ошо ҡураны күтәреп ҡуйҙыҡ».

Әле хужалыҡта барыһын да ҡул көсө менән башҡарырға тура килә. Шулай ҙа үҫеш өсөн нигеҙ һалынған. Тиҙҙән Сапожниковтар мал һанын ишәйтеп, ҡураларҙы тағы ла киңәйтергә ниәтләй. Был райондағы фермер хужалыҡтарына маҡсатлы һәм эҙмә-эҙлекле ярҙам һөҙөмтәһе тип билдәләй белгестәр.

2018 йылда Йылайыр районы һөтлө малсылыҡты үҫтереүҙе өҫтөнлөк бурыс итеп билдәләгән. Тармаҡ министрлығынан бүленгән грант аҡсаһыны 6 хужалыҡ дәғүә итә тип билдәләй район етәкселеге.

Авторы: Рафиҡ Әхмәтшин