Автомобилдәрҙең техник ҡарау ҡағиҙәләре үҙгәрҙе

Бөгөндән, авто ҡулланыусылар өсөн мотлаҡ процедура – техник ҡарауҙа үҙгәрештәр эшләй башланы.

Фото №1 - Автомобилдәрҙең техник ҡарау ҡағиҙәләре үҙгәрҙе

Яңы ҡағиҙәләргә ярашлы, кәкрәйгән, сатнаған, йә иһә башҡа берәй деформацияға бирелгән автомобиль, техник ҡарау үтеү билгеһен алмай. Ә ҡышҡы шиналар мотлаҡ дүрт тәгәрмәстә лә торорға тейеш.

Шулай уҡ хәҙер төҫһөҙ, йәки буялған оптик детальдәр ҡуйыу, фарыларҙы ҡарайтыу, тәҙрә таҙартыусы автомобиль ағзаларын сисеү тыйыла.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ