Былтыр республикала финанс тотороҡлоҡ һәм иҡтисади үҫеш тәьмин ителеп, социаль йөкләмәләр тулыһынса үтәлгән

Был турала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов Финанс министрлығының киңәйтелгән коллегия ултырышында белдерҙе. Кәңәшмә барышында министрлыҡтың 2017 йылдағы эшенә йомғаҡ яһалды һәм алдағы осорға мөһим бурыстар билдәләнде.

Былтыр республиканың тупланма бюджеты 201 миллиард һум менән тулыланған. Был 2016 йыл менән сағыштырғанда, өс процентҡа күберәк. Шул уҡ ваҡытта сығымдар189 миллиард һум тәшкил иткән. Ҡаҙнаға килем туплау күрһәткесе буйынса Башҡортостан илдә 10-сы, ә Волга буйы федераль округында икенсе урынды биләй.

Авторы: Илдар Байбулатов