Республикала ай дауамында барған «Ҡаргиҙәр» операцияһы тамамлана

Үҙ йөрөшлө машиналарҙың техник торошон, руль артындағыларҙың тейешле документтарын тикшереүҙе күҙ уңында тотҡан сара Баймаҡ районында ла әүҙем үтте.

Крәҫтиән фермер хужалығы етәксеһе Рөстәм Йәнтүрин өсөн ҡарғиҙәр-алыштырғыһыҙ техника. Быйыл, ниһәйәт, Рөстәмдең күптәнге хыялы тормошҡа аша, ҡарғиҙәр һатып ала. Уны иҫәпкә ҡуйып, документтарын да теүәлләп ҡуя. Фермер булараҡ, ҡышҡы миҙгелдә ҡырҙа ат өйөрҙәрен эҙләү, бүреләрҙе баҫтырыу өсөн был техника төрө бик уңайлы.

Йылда уҙғарылған ҡарғиҙәр операцияһы барышында үҙ йөрөшлө машиналарҙың техник торошо тикшерелә, күңелһеҙ осраҡтарҙы кәметеү маҡсатында руль артындағылар менән аңлатыу эштәре алып барыла. Күп осраҡта ҡарғиҙәр хужалары техниканы уйынсыҡ урынына күрә. Руль артына махсус белемһеҙ ултыра,ә был техниканы идара итеү өсөн айырым категория таныҡлығы алыу,уны теркәп ҡуйыу һәм техник торошон әленән әле тикшереп тороу мөһим.

Бөгөн районда 24 ҡарғиҙәр теркәлгән, шуларҙың 17-һе генә техник тикшереү үткән. Тимәк, ҡарғиҙәр хужалары араһында был профилактик сараның мөһимлеген аңламаусылар ҙа бар.

Авторы: Әлфиә Хәмитова