Батырҙарға - миҙалдар

Бөгөн Өфөлә Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә ҡаһарманлыҡ ҡылыусыларға миҙалдар тапшырылды. Кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарыусылар араһында Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре, янғын һүндереүселәр бар. Сарала шулай уҡ локаль бәрелештәрҙә ҡатнашҡан 25 кеше «Хәрби хәрәкәт ветераны» миҙалы менән бүләкләнде.

Артём Артёмов, федераль янғын һүндереү хеҙмәте 22-се отрядының 3-сө янғын һүндереү часы етәксеһе: «Былтыр Орджоникидзе районы биләмәһендә мөмкинлеге сикләнгән кешене ут эсенән алып сыҡтыҡ. Тиҙ ярҙам машинаһы саҡырҙыҡ, ул иҫән ҡалды».

Былтыр декабрҙә Өфөнөң Богдан Хмельницкий урамындағы күп ҡатлы йортта ут сыға. Янғын һүндереүселәр бригадаһы килгәнсе Рәсәй Эске эштәр министрлығы идаралығы хеҙмәткәрҙәре Искәндәр Мөхәдинов менән Динар Насиров утты һүндерергә һәм ут ялмаған фатирҙан йәш кешегә сығырға ярҙам итә. Үҙ ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып изгелек ҡылыусылар бөгөн «Янғында батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнде.

Динар Насиров, эске эштәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы инспекторы: «Урам буйлап китеп барғанда тәҙрәнән төтөн сыҡҡанын күрҙек. Ярҙам һорап ҡысҡырған тауыш ишетелде. Фатирға инеп утты һүндерешеп, ҡотҡарыусыларҙы саҡырҙыҡ».

Авторы: Рәмилә Исмәғилева