Юҡҡа сыға барыусы телдәрҙе һаҡлау, үҫтереү, туған телдә белем алыу, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе киңерәк таратыу маҡсатында ойошторола. ЮНЕСКО мәғлүмәттәренә ярашлы, Рәсәйҙә 136 телгә юғалыу ҡурҡынысы янай. Ә шул арала 16-ы бөгөн юҡ. 2003 йылда мәҫәлән, Мағадан өлкәһендә бабин саам телендә һөйләшкән һуңғы кеше вафат булған, Краснодар крайында убых, көньяҡ һөм төньяҡ мансы телдәре юҡҡа сыҡҡан. Бөгөн 20 телгә хәүеф янай. Улар иҫәбендә башҡорт теле лә бар.
Башҡорт теленең бөйөклөгөн, матурлығын бар тулылығында күрһәтә алған "Урал батыр" эпосы. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында 4-се йыл рәттән Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә арналған фольклор байрамы үтә. Юғары уҡыу йортонда ойошторолған сәсәндәр мәктәбенә йөрөүселәр тамашасы иғтибарына ҡобайырҙан өҙөктәр сәхнәләштерҙе.
Ошо уҡ университет сиктәрендә эшләп килгән «Белемле башҡорт» мәғариф порталын да әйтеп үтмәй булмай. Уҡытыусылар менән студенттарҙы бергә туплаған төркөм төрлө учреждениеларға эленгән алтаҡталарҙы тикшереү менән шөғөлләнә. Хаталар табылған осраҡта был хаҡта ҡала хакимиәтенә хәбәр ителә.
Әйткәндәй, университет башланғысында тиҙҙән яңы проект эш башлар тип көтөлә. Ул Башҡортостандың бер быуатлыҡ датаһына арналған «100 йыллыҡҡа - 100 һүҙ» тип исемләнә. Ул киң ҡулланылышҡа ингән яңы һүҙҙәрҙең башҡортсаға тәржемә итеүҙе күҙ уңында тота.
Халыҡ-ара туған телдәр көнө уңайынан донъяның төрлө мөйөштәрендә мәҙәни саралар, лекция-конференциялар, китап күргәҙмәләре уҙғарыла. Барыһы ла телде һаҡлауға һәм яҡлауға йүнәлтелгән. Әйткәндәй, ЮНЕСКО мәғлүмәттәренә ярашлы, Рәсәйҙә генә 136 телгә юғалыу хәүефе янай. Мәҫәлән, адыгей телендә 300 мең, тыва телендә 242, бүрәт телендә тик 125 мең генә кеше һөйләшә. Хәүеф янаған телдәр исемлегендә башҡорт теле лә бар.
Башҡорт телен өйрәнергә тырышыусы замандаштырыбыҙ байтаҡ. Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлаған Нигерия егете Боджей Давид уларҙың береһе. Танылған йырсы Радик Юлъяҡшин башҡарыуындағы «Уфтанма» йырын хәҙер ул да өйрәнгән. Башҡортса. Телде өйрәнеү замандашыбыҙға ауыр бирелмәгән, сөнки ул республиканың төп телеканалының «Башҡорт телен өйрәнәм» проекты ҡатнашыусыһы.
Киләсәктә Боджей башҡорт телен тағы ла төплөрәк өйрәнергә теләй. Сит ил вәкилдәренең ҡыҙыҡһыуы ихтирамға лайыҡ. Һәм әлбиттә, телебеҙҙә башҡа миллләттәр һөйләшкәндә, уның ҡәҙерен иң элек үҙебеҙгә лә белергә кәрәк.





