«Башҡортостан - тыуған илем»

Мәскәүҙә «Аҡ тирмә» башҡорт мәҙәни үҙәгенең концерты үтте. Мәҙәни сараға баш ҡаланың яҡташтар клубы ағзаларынан тыш, Германияла, Японияла, Санкт-Петербургта йәшәүселәр һәм шулай уҡ Төркиәнән, Ирандан, Ҡалмыҡстандан ҡунаҡтар килде.

Фото №1 - «Башҡортостан - тыуған илем»

«Аҡ тирмә» мәҙәни үҙәгенең төп маҡсаты - ҙур мегаполиста башҡорт ауыҙ-тел ижадын, ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлау, яҡташтарҙы бергә туплап, бәләкәй тыуған илгә һөйөү тойғоларын балаларға һәм ейәндәргә еткереү.

Ирина Фон Гротусс: «Беҙҙең тамырҙарҙа башҡорт ҡаны бар. Бында мин ҡыҙымды башҡорт мәҙәни мөхите менән таныштырыу маҡсаты менән килдем».

Өс йыл эсендә «Аҡ тирмә» ябай үҙешмәкәр түңәрәктән, унлаған ижади коллективы булған ҙур мәҙәни үҙәккә тиклем үҫкән. Бында милләташтәребеҙ башҡорт телен өйрәнә. Әүҙем ағзалар Башҡортостандан сыҡҡан офицерҙар клубын булдырыу тәҡдимен индергән.Эҙәрмәндәр мәктәбе лә уңышлы эшләй. Липецк өлкәһендә легендар Башҡорт атлы кавалерия дивизияһының 1942 йылда һәләк булған 224 яугир иҫтәлеген мәңгеләштереп обелиск ҡуйыуға ирешәләр.

Коллективтың сығыштары бер-нисә ай алдан планлаштырыла. Үҙешмәкәр артистар баш ҡаланың һәр күләмле байрамына саҡырыла. «Аҡ тирмә» - «Мәскәү халыҡтары», «Ашҡаҙар таңдары» республика фестивалдәре дипломанты, «Хорҙар алышы» Бөтә Рәсәй конкурсы финалисы.

Башҡорт мәҙәни үҙәгенең төп сараһына килгән ҡунаҡтарҙың георафияһы ла бай: Башҡортостан, Татарстан, Ҡалмыҡстан, Япония, Германия, Иран, Төркиә. Ә иң күп һанлы ҡунаҡ төркөмө был концертта ҡатнашыу өсөн Санкт-Петербургтан килгән.

Баш ҡалала Республиканың 100 йыллығы уңайынан үтәсәк сараларҙы «Аҡ тирмәләр» яңы программа әҙерләп лайыҡлы ҡаршыларға йыйына. Алға яҡты хыялдар, аныҡ маҡсаттары ла бар. Коллектив өс йыл дауамында үҙ иҫәбенә һәм бағыусылар ярҙамы менән йәшәгән. Тауыш аппаратураһы, милли костюмдар, реквизиттар һатып алыу, конкурстарҙа, фестивалдәрҙә ҡатнашыу финанс сығымдар талап ителә. Мәскәүҙә бик популяр коллективты сит өлкәләргә лә йыш саҡыралар. Үҙенең өс йыллыҡ тарихы булған коллектив халыҡтан ирекле ярҙам алыу өсөн краудфайдинг проектында ҡатнашырға ҡарар иткән. Был акцияла социаль селтәрҙәр аша милли үҙәктең әүҙем ағзалары менән бәйләнешкә инеп һәм Башҡортостандың Мәскәүҙәге тулы хоҡуҡты вәкилллегенә мөрәжәғәт итеп ҡатнашырға мөмкин.

Авторы: Гүзәлиә Борханова

Волна
Акции БСТ