Яҙҙың тәүге көнөндә Өфөлә Салауат башҡорт дәүләт драма театры гастролдәре башлана

Быйыл 85 йыллығын билдәләгән театр коллективы баш ҡалаға өс спектакль алып килә.

1 мартта Өфөнөң «Нур» татар дәүләт театры сәхнәһендә тамашасы иғтибарына Куниҙың «13-сө» комедияһын, 2 һәм 3 мартта Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында Островскийҙың «Глумов»ы менән төрөк авторы Тунджер Джюдженоглуның «Көтөлмәгән ҡунағы»н тәҡдим итә. Гастролдәр «Берҙәм Рәсәй» фирҡәһенең «Бәләкәй ҡалалар театры» һәм «Театр – балаларға» проекты сиктәрендә ойошторола. Әлеге ваҡытта театр актерҙары яңы сәхнә әҫәре өҫтөндә эшләй. Илгиз Зәйниевтың, «Люстра» пьесаһы буйынса спектаклде сәхнәгә ҡаҙаҡ режиссеры Айдын Салбанов ҡуя.

Авторы: Гөлдәриә Йосопова