Барыһын да һоҡландырған пар

Әбйәлил районы Хәлил ауылында йәшәүсе Ишбикә менән Нурийән Абдразаҡовтарҙың ғаилә ҡороуҙарына 70 йыл тулды.

Иҫтәлекле байрамдары уңайынан юбилярҙарҙы Рәсәй Президенты Владимир Путин менән Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов та тәбрикләне. Улар исеменән яҙылған ҡотлау хаттары һәм иҫтәлекле бүләктәр ошо көндәрҙә Абразаҡовтарға барып етте. Иҫегеҙгә төшөрбеҙ, биш йыл элек хәбәрсебеҙ Илдар Байбулатов төшөргән фотоһүрәттәр интернетта шунда уҡ киң популярлыҡ яуланы. Матур парға ҡарап, күптәр һоҡланыуҙарын белдерҙе, хәҙерге йәштәргә өлгө итеп ҡуйҙы. Ә инде социаль селтәрҙә ҡуйылған лайктар һаны буйынса голливуд актерҙарыныҡын да уҙып китте.

Авторы: Илдар Байбулатов