Ватан һаҡлсылары көнө адынан Өфөлә «Йәш хәрби курсы» акцияһы ойошторолдо

Уның сиктәрендә Рәсәй милли гвардияһының ОМОН хеҙмәтенә үтеүгә тәғәйенләнгән нормативтар һәм һайлап алыу һынауҙарын теләгән һәр кем үтә алды. Республика журналистары ла күләмле саранан ситтә ҡалмай, ярыш майҙанына сыҡты.

Өс саҡрым араны 11 минут 45 секундтан да ҡалмай үтергә кәрәк. Рәсәй милли гвардияһының ОМОН хеҙмәтенә эләгергә теләһәң, физик яҡтан сыныҡҡан, етеҙ ҙә булырға тейешһең. Баш ҡалала ойошторолған «Йәш хәрби курсы» акцияһы иһә төрлө һөнәр эйәләрен берләштереп, теләге булған һәр кемгә үҙен сыҙамлыҡҡа һынап ҡарау мөмкинлеген бирҙе. Кроссты журналистар, йәмәғәт эшмәкәрҙәренән тыш, Халыҡ уйын ҡоралдары Милли оркестры дирижеры Линар Дәүләтбаев та үтте. Ул иң яҡшы күрһәткес менән финишҡа етте. Шулай уҡ Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Заһир Хәкимов та һынатманы. Халыҡ һайланыусыһы билдәләүенсә, ошондай спорт сараларында ҡатнашып, тәү сиратта, үҙеңде еңергә өйрәнәһең.

Кросттан һуң биш минут ял ҡаралған. Артабан турникта күтәрелергә кәрәк. Акцияла ҡатнашыусыларҙың барыһы ла был этапты уңышлы үтеп, ҡул көсөн арттырҙы.

Мобиль отряд хеҙмәткәрҙәре физик күнекмәләрҙе көн дә башҡара, улар бөгөнгө сара сиктәрендә инструктор булараҡ сығыш яһаны. Акцияла ҡатнашыусылар алтмыш тапҡыр урындан һикереүҙә, отжимание эшләүҙә һәм башҡа төр ярыштарҙа көсөн һынаны. Һәр этап араһында ял итеүгә тик бер минут ҡына ваҡыт бирелде.

«Йәш хәрби курсы» акцияһында ҡатнашыусылар нормативтарҙы теүәл үтәргә тырышты. Шулай ҙа тәүмаҡсат ОМОН хеҙмәтенә эләгеү түгел, ни бары үҙеңде һынап ҡарау.

Артабан ярышты иң ҡыҙыҡ этаптарҙың береһе - ҡул көрәше дауам итте. Ир-егеттәр келәмдә самбо һәм бокс спорт төрҙәре буйынса таһыллыҡтарын күрһәтте. Бындағы алыш бик көсөргәнешле барҙы, сөнки инструкторҙы еңергә кәрәк ине.

Өс минутҡа яҡын инструкторға ҡаршы көрәшергә кәрәк. Был үтәй алырлыҡ талап. Шулай ҙа ярыш аҙағына ҡатнашыусыларҙың хәле тамам бөттө тиергә мөмкин. «Вся Уфа» телеканалы алып барыусыһы Тимур Дәүләтов та - бер секундҡа ер менән күк араһында ҡалып, оҫта ҡулдарҙы еңә алманы.

Әйткәндәй, сара аҙағында ҡатнашыусыларҙың күбеһе быға тиклем дә милли көрәш менән шөғөлләнгән булыуы асыҡланды. Йәш быуынды сәләмәт тормошҡа әйҙәү ҙә акцияның роле баһалап бөткөһөҙ.

Рәсәй Милли гвардияһының мобиль отряды әҙерләгән һынауҙарҙы уңышлы үтеүселәргә Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды. Еңеүсе тип Халыҡ уйын ҡоралдары милли оркестры дирижеры Линар Дәүләтбаев танылды.

Авторы: Гөлназ Хәйбуллина