“Төнъяҡ Амурҙары” менән Табын ырыуының төбәк ойошмаһы башҡорт яугирҙәрен иҫкә алыу флешмобын үткәрҙе

23 февралдә бөтөн ил халҡы Ватанды һаҡлаусылар көнөн билдәләй. Тап ошо көндө 75 йыл әүәл башҡорт халҡының ҡаһарман улдары – 112-се Башҡорт атлылар дивизияһының легендар командиры Миңлеғәле Шайморатов менән рядовой һалдат Александр Матросов – Шакирйән Мөхәмәтйәнов батырҙарса һәләк булған.

Фото №1 - “Төнъяҡ Амурҙары” менән Табын ырыуының төбәк ойошмаһы башҡорт яугирҙәрен иҫкә алыу флешмобын үткәрҙе

Уларҙың иҫкә алыр өсөн йәштәр флешмобҡа йыйылды. Сарала күмәкләп башҡортса һәм русса “Шайморатов генерал” йыры башҡарылды, һалдаттар һәйкәлдәренә сәскә һалынды.

Фото №2 - “Төнъяҡ Амурҙары” менән Табын ырыуының төбәк ойошмаһы башҡорт яугирҙәрен иҫкә алыу флешмобын үткәрҙе
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ