Дәүләкән ҡалаһы йәшәүсеһенә йәшерен мигрантҡа ҡуртымға фатир биргәне өсөн администратиф штраф һалынды

Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәре, Дәүләкәндә законһыҙ рәүештә йәшәп һәм эшләп йәрәгән Үзбәкстан Республикаһы гражданына ҡуртымға фатир биргән ирҙе яуаплылыҡҡа тарттырҙы.

Фото №1 - Дәүләкән ҡалаһы йәшәүсеһенә йәшерен мигрантҡа ҡуртымға фатир биргәне өсөн администратиф штраф һалынды

Суд ҡарары буйынса, ирҙән, йәшерен мигрантты кире ҡайтарыуға сарыф ителгән 20 мең 155 һум талап ителә.

Үткән ялдарҙа ғына ФСПХ хеҙмәткәрҙәре миграция закондарын боҙған 26 кешене Башҡортостандан сығарҙы, улар өсөн дә кемдер түләргә тейеш.

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ