Уҙған төн Баймаҡ ҡалаһының Өмөтбаев урамындағы шәхси йортта сыҡҡан янғын фажиғәле тамамланды

Янғын сыҡҡан мәлдә ғаиләләге 14, 9 һәм алты йәшлек өс бала яңғыҙҙары ғына йоҡоға талған булған. Төтөн еҫенә уларҙың уртансыһы уянып, ярҙамға күршеләрен саҡыра. Ҡотҡарыусылар килеп етеүгә өй эсен ҡуйы төтөн ялмап ала. Төтөнгә ағыуланған балалар дауаханаға оҙатыла. Ҡыҙғанысҡа, уларҙың иң өлкәне 14 йәшлек Айгизә юлда уҡ һәләк була.

Фажиғә мәлендә сабыйҙарҙың әсәһе төнгө кафела эштә, аталары эш буйынса күрше районға киткән була. Күҙалланыуынса, уттың утын менән йылытылған мейестең артыҡ ҡыҙыуынан сығыуы ихтимал. Әлеге ваҡытта ваҡиға урынында оператив-тикшереү төркөмө эшләй. Фажиғә сәбәптәре асыҡлана. Янғында зыян күргән тағы ла ике бала дауахананың реанимация бүлегендә ҡала. Табибтар әйтеүенсә, улар ауыр хәлдә.

Авторы: Гөлдәриә Йосопова