Рәми Ғарипов исемендәге премияның быйылғы лауреаттары билдәләнде

Бүләкләү тантанаһы халыҡ шағиры исемен йөрөткән 1-се Республика башҡорт гимназия-интернатында үтте.

Фото №1 - Рәми Ғарипов исемендәге премияның быйылғы лауреаттары билдәләнде

Рәми Ғарипов исемендәге премия 1994 йылдан тапшырыла башлай. Ул шағирҙың исемен мәңгеләштереү эшен алып барыусыларға бирелә. Йәғни, шағирҙың традицияларын дауам иттергән әҫәрҙәр, әҙиптең тормошо һәм ижади тураһындағы фәнни хеҙмәттәр, киң мәғлүмәт сараларындағы мәғлүмәттәр өсөн. Премия традиция буйынса әҙиптең тыуған көнөн билдәләгән мәлдә тапшырыла. Гимназия-интернат етәкселеге әйтеүенсә, уҡыу йорто Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәми Ғариповтың исемен йөрөтөүе менән хаҡлы рәүештә ғорурлана. Белем усағында бөйөк шәхестең иҫтәлегенә арналған саралар даими ойошторола, уҡыусылар шағирҙың тормош юлын һәм ижадын ҙур теләк менән өйрәнә. Быйыл абруйлы исемлек етәүгә артты. Бүләкләнеүселәр араһында Өфө дәүләт нефть техник университеты ректоры Рәмил Бәхтизин, билдәле актриса Таңсулпан Бабичева, физика-математика фәндәре докторы Йыһанур Фәзуллин бар.

Премияға ошо йылдар эсендә алты тиҫтәгә яҡын кеше лайыҡ булған. Тәүге лауреат Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев. Бүләкләнеүселәр араһында балалар ҙа бар. Мәктәп уҡыусыларына премия гимназия тормошонда әүҙем ҡатнашҡан, яҡшы уҡыған, төрлө олимпиада--конкурстарҙа еңеү яулаған өсөн бирелә. Быйыл ул Азамат Зәйнетдинов, Ислам Һөйөндөков, Лидия Динмөхәмәтова, Шәүрә Ғариповаға тапшырылды. Уҡыусылар өсөн был наградаға лайыҡ булыу оло яуаплылыҡ. Халыҡ шағиры исемендәге премияны алыу киләсәккә ҙур бурыстар ҙа ҡуя, уны тырыш хеҙмәтең менән аҡларға кәрәк.

Авторы: Рәмзиә Кәримова

Волна
Акции БСТ