Бөгөн илебеҙ Ватанды һаҡлаусылар көнөн билдәләй

Изге йолаға ярашлы, байрам тантаналары Өфөнөң «Еңеү паркы»нда башланды. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Советтар Союзы Геройҙары Александр Матросов менән Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин һәйкәле янындағы «Мәңгелек ут»ҡа сәскә гөлләмәләре һалды.

Хөкүмәт ағзалары, депутаттар, министрлыҡ һәм ведомство вәкилдәре, шулай Бөйөк Ватан һуғышы һәм тыл ветерандары тыуған еребеҙҙең именлеге, тыныс киләсәге өсөн һәләк булған, беҙҙең аранан киткән ҡаһармандарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды. Тантаналы сарала йәш быуын вәкилдәре лә ҡатнашты. Улар тыуған ил һаҡсылары аманат итеп ҡалдырған традицияларҙы ҡәҙерләп һаҡлай.

Авторы: Илдар Байбулатов