Тыуған ил һағында тороусы һалдаттарға сәләм хаттары тапшырылды

«Йәш гвардия» ойошмаһы ағзалары уларҙы Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан Өфөнөң ике сауҙа нөктәһендә йыйҙы. Акцияла ҡатнашыусылар хәрби бурысын үтәп йөрөүсе егеттәрҙе байрам менән ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе.

«Егеттәргә» Бөтә Рәсәй акцияһы илдең 40-тан ашыу төбәгендә үтә. Алкинолағы хәрби частә хеҙмәт итеүселәргә хаттар тантаналы йыйылыштан һуң тапшырылды. Туғыҙ ай хеҙмәт иткән Илмир Ғәббәсов ҡотлау сәләмдәрен ҡыуанып ҡабул итте. Һалдат әйтеүенсә, ҡағыҙға яҙылған хаттар күңелгә үтеп инә.

Ҡайнар сәләмле хат Айҙар Толомғужин өсөн дә ҡәҙерле. Бөрйән районында тыуып үҫкән егеттең хеҙмәт итеүенә ике ай самаһы ғына. Һалдат тыуған ауылын, яҡындарын һағыныуын йәшермәй. Шуға ла хатҡа Ватан һаҡсыларына ышаныс тойғоһо менән яҙылған изге теләктәр кәйефте күтәрә, ти рядовой Толомғужин. Байрам уңайынан бөгөн хәрби частә һалдаттар араһында спорт ярыштары ла ойошторолдо.

Авторы: Фәниә Юланова