Тантана Ватанды һаҡлаусылар көнө, шулай уҡ Ҡыҙыл Армияның 100 йыллығына арналды. Мемориалда 24 Бөйөк Ватан һуғышы ветеранының исеме яҙылған. Әйткәндәй, Архангел районынан фронтҡа 9 меңдән ашыу кеше алына һәм уларҙың яртыһы тыуған яҡтарына кире әйләнеп ҡайтмай.
Был көндө Ҡурғаш ауылы халҡы ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп алған. Мемориалды асҡанға тиклем ауылдаштарға бик күп архив материалдар өйрәнергә тура килгән. Һөҙөмтәлә таҡтаташта 24 кешенең исем-шәрифе урын ала.
Мемориал урындағы фермер Әсхәт Ишмөхәмәтов башланғысында эшләнә. Саранан ауылдаштар ҙа ситтә ҡалмай, һәр кем хәленән килгәнсе ярҙам итә.
1975 йылғы фотоһүрәт Баҡалды ауылы биләмәһе ветерандарының Бөйөк Еңеүҙең 30 йыллығында осрашҡан ваҡытын сағылдыра. Хәҙер ул ваҡыт та тарихта ғына ҡалған. Шулай ҙа яугирҙарҙың исеме ауылдаштары хәтерендә. Еңеү яулауға үҙ өлөшөн индергән быуын вәкилдәре ауылға нигеҙ һалыусылар ҙа.
Рәсми мәғлүмәттәргә ярашлы, Архангел районы Ҡурғаш ауылына 1947 йылда нигеҙ һалынған тиелә. Был дата урында ағас эшкәртеү пункты булдырылыуға бәйле. Тап әлеге Ҡурғаш ауылына эшкә ебәрелгән фронтовиктар төҙөй ҙә инде. Уларҙың исеме бөгөн мемориал таҡтаташҡа беркетелде.





