Белорет районы Айғыр ауылы ергәһендә бер быуат элек төҙөлгән Борисов мейестәренең былтыр урман эшкәртеүселәр һүтеп, юлға түшәүе тураһында яҙма күрһәткәйнек инде. Өфөнөң «Сик» үҫмерҙәр клубына йөрөүсе уҡыусы уларҙы терегеҙеү маҡсатында проект төҙөгән һәм был эш өсөн грант алыуға ирешкән.
Был мейестәрҙә ҡасандыр күпләп ағас күмере һүндерелгән. Ә ағас күмере тимер иретеүҙә ҡулланылған. Бөгөн был тарихи мейестәрҙең береһе мөғжизә менән генә төҙөк килеш тора, ҡалған икәүһе хараба хәлендә.
Аптырауҙың сиге юҡ. Урман ҡырҡыусылар йөҙ йыл торған мейестәрҙең ташын ҡуптарып юлға түшәгән.
Уларҙы яңынан боронғо ҡиәфәтенә ҡайтарыу өсөн ваҡыт та, физик көс тә талап ителә . Боронғо мейестәрҙе ошоға тиклем ҡурсалап -бағып тороусы Андрей Трубников социаль селтәрҙәр аша киң йәмәғәтселеккә уларҙы артабан һүттермәү, мөмкин тиклем тиҙерәк һаҡ аҫтына ҡуйып, тарихи ҡомартҡы булараҡ теркәү өсөн көрәш башлай. Үҫмерҙәр клубына йөрөүсе Илья Жмаев менән бергә улар мейестәрҙе тергеҙеү өсөн проект төҙөгән һәм федераль конкурста ҡатнашып грант отҡан.
Илья Жмаев, «Сик» үҫмерҙәр клубына йөрөүсе: «Беҙгә 200 мең һум аҡса бүленде. Ул сумма турист кәрәк-яраҡтарына, юлға һәм аҙыҡ-түлек алыуға тотоноласаҡ. Ә таштарҙы беҙ ирекмәндәр менән бергә мөмкин тиклемен йыйып аласаҡбыҙ».
Андрей Трубников, «Сик» үҫмерҙәр клубы етәксеһе: «Борисов мейестәре емерелгәс, туристар ризаһыҙлыҡ белдерҙе. Улар аша металлургияла руда иретеүҙе өйрәнергә мөмкин. Быуат буйы һаҡланған ҡомартҡылар беҙҙең өсөн бик ҡәҙерле һәм уларҙың аяныслы хәленә битараф булмаусыларҙы беҙ ярҙамға саҡырабыҙ. Ирекмәндәр кәрәк була. Таштарҙы күтәреп ташып өйөп мейестәрҙе эллекке хәленә ҡайтарырға тырышасаҡбыҙ».
Тарихи ҡомартҡыларҙың мәҙәни мираҫ исемлегендә булмауы ҡыҙғаныс. Мейестәрҙе элекке хәленә ҡайтарыу мөмкин булырмы?
Һәр хәлдә, Андрей Трубников менән Илья Жмаев эште быйыл май айында башламаҡсы.





