Башҡортостанда робот хирургияһы үҙәге асылды

Ул Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһында урынлашҡан.

Фото №1 - Башҡортостанда робот хирургияһы үҙәге асылды

Рәсәйҙең медицина учреждениеларында әлеге ваҡытта егерменән ашыу робот иҫәпләнә. Волга буйы федераль округында был заманса медицина техникаһы ҡулланылған операция Башҡортостанда ғына эшләнә. Әмәлиәттең үҙенсәлеге шунда, ул лапроскопия ысулы менән һәм Да Винчи системаһын ҡулланып башҡарыла. 3Д үлсәм ярҙамында табип органды 10 тапҡыр ҙурайтып күрә, был үҙ сиратында яман шештәрҙе лә тиҙерәк асыҡлау мөмкинлеге бирә. Башҡортостан табиптары медицина техникаһын урология, күкрәк, абдоминаль хирургия ла һынап ҡараған. Барыһы егермегә яҡын операция яһалған.

Йэнс-Уве Штольценбург, Германияның Лейпциг университеты урология бүлеге мөдире: «Был аппарат донъяла яҡынса 25 йыл элек барлыҡҡа килә. Ул операцияны яһау ваҡытын ҡыҫҡарта, пациенттың әмәлиәттән һуң аяҡҡа баҫыу осоро ла еңелерәк һәм тиҙерәк үтә. Әлбиттә, операцияның уңышы хирургтың оҫталығынан тора, ә робот бик шәп ярҙамсы».

Киләсәктә роботты файҙаланып мөмкин тиклем күберәк операциялар яһау бурысы тора. Заманса техника ярҙамындағы әмәлиәт бушлай, уның өсөн аҡса федераль квота буйынса бүленә. Робот хирургияһы үҙәге медицина университеты студенттары өсөн тәжрибә майҙаны ла булып тора, улар алған белемен заманса ҡоролмала камиллаштыра, сит илдәрҙән һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән килгән хирургтарҙың эш тәжрибәһе менән таныша .

Авторы: Рәмзиә Кәримова-Байбулатова

Волна
Акции БСТ