Яҡташтарға сәксәк һәм эш урындары

Ошо ниәт менән Федоровка районы Өсбүләк ауылында тыуып үҫкән Зөлфиә Насирова сәксәк етештереү цехы асҡан.

Фото №1 - Яҡташтарға сәксәк һәм эш урындары

Әлегә сәксәк цехында дүрт ҡатын-ҡыҙ эшләй. Ҡамыр баҫыуҙан алып, сәк-сәкте әҙерләү һәм ҡаптарға тултырыуға тиклем эштең барлыҡ баҫҡыстарын да был ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәре башҡара. Эш ике сменала ойошторолған. Әҙер продукция район үҙәгенә оҙатыла. Сәксәк бешереүселәр араһында өлкәнерәк быуын вәкилдәре һәм йәш әсәләр ҙә бар. Изге башланғысты хуплаусылар был шөғөлдөң уңышында шикләнмәй.

Йәш эшҡыуар Зөлфиә Насирова бер цех менән генә сикләнергә йыйынмай. Маҡсаты - яҡын арала ит ярымфабрикатары әҙерләү өсөн яңы цех асыу. Йүнсел ҡатындың фекеренсә, эш урындары күберәк булһа, йәштәр ауылда ҡалыр, ул осраҡта ауыл тормошо тағы ла йәнләнер ине.

Авторы: Гөлдәриә Йосопова

Волна
Акции БСТ