Һалдат һуғышты һайламай

Әбйәлил районында хәрби бәрелештәрҙә һәләк булған яугирҙар иҫтәлегенә арнап хәтер кисәһе ойошторолдо. Сараға абхаз һәм чечен һуғышы ветерандары, йәшләй генә ғүмерҙәре өҙөлгән егеттәрҙең ата-әсәләре саҡырылды.

Төбәк Абхазиялағы һәм Чечен Республикаһындағы хәрби конфликттарға үҙенең бик күп улын оҙата. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 8 һалдатҡа ҡыҙыу нөктәләрҙән иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға насип булмай. Шуларҙың береһе- Рөстәм Шәйәхмәтов. Хәтер кисәһендә мәрхүмдең яҡындары район үҙәгендәге Тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейына һалдаттың шәхси әйберен тапшырҙы.

Нисек кенә ҡыйын булмаһын, һуғышта ғәзиз улдарын юғалтҡан әсәләр яҡты хәтирәләре менән уртаҡлашты.

Улар ветерандар берлегенә даими хәстәрлек күрһәтеүҙәре өсөн оло рәхмәтен белдерҙе. Сығыш яһаусылар йәш быуынға ундай мәхшәрҙе күрергә, бала ҡайғылары кисерергә яҙмаһын, тигән изге теләктәрен дә еткерҙе. Хәтер кисәһе урындағы гимназия уҡыусылары башҡарыуында хәрби-патриотик йыр менән тамамланды.

Авторы: Илдар Байбулатов