Ғаилә менән бергә!

Өфөлә Ватанды һаҡлаусылар көнөн ғаилә менән бергә үткәреү матур йолаға әүерелеп бара. Ғаилә байрамы спорт ярыштары менән үрелеп барҙы.

Фото №1 - Ғаилә менән бергә!

Сәмле ярыштар, ГТО нормативтарын тапшырыуҙан тыш, быйылғы сарала лоторея билеттары уйнатыу ҙа ҡаралғайны. Ял итергә килеүселәр һалдат бутҡаһын да тәмләне. Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы «Ғаилә» республика ресурс үҙәге тарафынан ойошторолған байрам ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлауҙы һәм яҡлауҙы маҡсат итеп ҡуя.

Александра Таймилина, Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының «Ғаилә» республика ресурс үҙәге баш белгесе: «Программа бик бай һәм төрлө, спорт эстафеталары, гто нормативтарын тапшырыу, ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре менән янғын һүндереү күнекмәләрендә ҡатнашыу. Сара һуңында бейеү флешмобы ла үтәсәк. Лоторея билеттарын уйнатыусылар мул бүләктәр алып ҡыуанасаҡ».

Ғаилә ептәрен, дуҫлыҡты, татыулыҡты нығытыуға йүнәлтелгән байрамда ирекмәндәр ҙә эшләне. Улар ауырлыҡ һәм ҡатмарлы хәлдәр кисергән ата-әсәләр һәм балаларға ышаныс телефоны яҙылған буклеттар таратты. Бындай сараларға ирекмән юлын һайлаған йәштәр бик теләп йөрөй, уларға социаль өлкәне хеҙмәтләндереү оҡшай.

Авторы: Гүзәлиә Борханова

Волна
Акции БСТ