Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан Иглин ауылы спорт комплексында «Йәгеҙ әле, егеттәр!» хәрби-спорт уйыны ойошторолдо. Финал этабында алты команда үҙ-ара көс һынашты, уларҙың һәр береһендә гүзәл заттар ҙа ҡатнашты.
Бәйге барышында әрме сафына саҡыраласаҡ егеттәрҙең физик әҙерлектәре лә тикшерелде. Улар Калашников автоматын һүтеп-йыйҙы. Егеттәр был йүнәлеш буйынса белемдәрен тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре, физкультура дәресендә нығыта. Райондың икенсе мәктәбе уҡыусыһы Илнар Йыһаншин иң яҡшы һөҙөмтәләргә иреште.





