Йылайыр районы үҙәгендә боронғо сауҙагәр йорто төҙөкләндерелеп йәштәр өсөн күңел асыу үҙәге асылды.
19-сы быуат аҙағында атлас тауарҙар менән һатыу итеүсе Дмитрий Подрядов исемле йүнсел тарафынан төҙөлгән бина төбәк архитектураһының сағыу өлгөһө. Ул яҫы таштан һалынған, икенсе ҡаты ағастан булған. Шулай ҙа ваҡыт ауяһыҙ. Беҙҙең көндәргә бинаның таштан төҙөлгән өлөшө генә ҡаҡланып ҡалған. Ҡомартҡының бөтөнләй юҡҡа сығыуына юл ҡуймау маҡсатында сауҙагәр йорто әлеге заман эшҡыуарҙарына бирелгән. Улар таш диуарҙарға реконструкция үткәреп, заманса туҡланыу һәм күңел асыу комплексы ойошторған. Бигерәк тә бейеү залы үҙенсәлекле итеп биҙәлгән. Проект тулыһынса урындағы оҫталар көсө менән ғәмәлгә ашырылған.
Геннадий Вәлиәхмәтов, биҙәүсе рәссам: «Һүрәттәр флюрисцент буяу менән төшөрөлгән. Уларҙы ультразәңгәр нурҙар менән яҡтыртҡанда ошондай Йыһан картиналарын күҙәтергә мөмкин».





