Рәсәй хоккей командаһы Олимпия уйындары чемпионы

Финал уйынының һуңғы минуттарында Рәсәй йыйылма командаһы Германия уйынсыларын 4:3 менән еңде.

“Салауат Юлаев” хоккей командаһының элекке уйынсыһы Кирилл Капризов индергән һуңғы шайба еңеү килтерҙе.

Рәсәй хоккейсылары 1992 йылдан бирле чемпионлыҡ яулағандары юҡ ине. Германия өсөн хоккей финалында ҡатнашыу тәүгегә булды.