Өфөлә әсәләр өсөн ике тапҡыр вакансия йәрминкәһе уҙғарыласаҡ

Йәрминкәләр 27 февраль һәм 1 март үтәсәк.

Халыҡ мәшғүллеге үҙәге хәбәр итеүенсә, Российская ур. 108 адресы буйынса сәғәт 10:00-12:00 тиклем балалары булған ҡатындар өсөн вакансиялар йәрминкәһе ойоштороласаҡ. 1 март көндө әсәләр өсөн генә түгел, йәштәр өсөн дә тәғәйенләнгән йәрминкә үтәсәк. Адресы: Ибраһим бульвары 47/1. Ваҡыты: 10:00-12:00.