Илһөйәрлек тойғоһон бала саҡтан һалыу мөһим

Был турала бөгөн Республика башлығы Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған тантаналы ултырышта белдерҙе. Сара Өфөнөң Конгресс Холл бинаһында үтте. Байрамға Бөйөк Ватан һуғышы, хәрби бәрелештәр ветерандары, курсанттар, кадеттар, эҙәрмәндәр отрядтары, хәрби-патиротик клубтар, йәш армия хәрәкәте ағзалары саҡырылған. Бер нисә быуын вәкилдәре, уларҙың бөтәһен дә Ватанға һөйөү тигән изге тойғо бәйләй.

Антты тантаналы шарттарҙа биреү еңел булһа ла үтәүе ҡыйын. Хәрби һөнәр ҡупшы форма кейеп, кәүҙәне тура тотоп, тыҡылдатып баҫып йөрөү генә түгел. Ил һаҡсылары алдында Ватанды һаҡлау бурысы тора, ә был яуаплы эште атҡарыу өсөн белем дә, физик әҙерлек тә мөһим. Был талапты хатта, ҡыҙҙар ҙа аңлай, йәш армия хәрәкәте әҙерлек мәктәбе булып тора.

Башҡортостандағы йәш армия хәрәкте үҙәк хәрби округтың 29 төбәге араһында иң яҡшыһы иҫәпләнә. Хәрби-патриотик клубтарҙың уңышлы эшмәкәрлеге лә иғтибарға лайыҡ, шулай уҡ эҙәрмәндәр отрядтары хәбәрһеҙ юғалғандарҙың исемдәрен асыҡлау, тыуған яғына ҡайтарыу буйынса эшен алып бара. Был йүнәлештәге эшмәкәрлекте тантаналы ултырышта Республика башлығы ла билдәләне, илһөйәрлек тойғоһон бала саҡтан һалыу мөһим, тине Рөстәм Хәмитов.

Әлеге заманда әрме хеҙмәтенең абруйы арта. Әгәр үткән быуат аҙағында юғары уҡыу йортона инә алмағандар, насар өлгәшкәндәр генә һалдат итеген кейә тигән ҡараш формалашһа бөгөн илдең Ҡораллы көстәре үҙенең элекке данын ҡайтра. Әле Башҡортостандан 9 меңдән ашыу яҡташыбыҙ хәрби бурысн үтәй, былтыр әрме сафтарын контракт буйынса 900 кеше тулыландырған.

Башҡортостан һалдаттары Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ла, Афғандағы, Көньяҡ Кавказдағы хәрби бәрелештәрҙә лә ҡаһарманлығы, ҡыйыулығы менән айырылып тора. Һәр заманда ла республика предприятиелары илдең Ҡораллы Көстәрен нығытыуға үҙ өлөшөн индерә. Хәҙер ошо быуындан-быуынға күсеп килгән илһөйәрлекте йәштәргә тапшырыу мөһим.

Республикала батырҙар хаҡындағы иҫтәлектәр ҡәҙерләп һаҡлана. Әле Ватанды һаҡлаусылар көнө айҡанлы бөтә төр учреждениеларҙа ла ҡаһарманлыҡ дәрестәре үтә, ветерандар йәштәр менән осраша. Тыуған илгә һөйөү тойғоһо сал сәсле яугирҙарҙың, хәрби бурысын үтәгәндәрҙең хәтирәләренән, ант итәм тигән тантаналарҙан башлана.

Тыныслыҡ теләһәң һуғышҡа әҙерлән тигән төшөнсә бар, йәғни илдең оборона ҡеүәте ныҡ, көслө булыуы шарт. Әммә кешелектең илһөйәрлек тойғоһо булмайынса бер ниндәй эшмәкәрлек тә һөҙөмтә бирмәйәсәк. Ултырышта республика башлығы белдереүенсә йәш быуындың күңеленә ватанға һөйөү, ғорурлыҡ хисен бала саҡтан һалыу мөһим. Илһөйәрлек тойғоһон тәрбиәләү милли идея кимәленә күтәрелергә тейеш.

Авторы: Рәмзиә Кәримова-Байбулатова