Бөгөн Өфөнөң «Еңеү паркы»нда патриотик йырҙар яңғыраны

Тантаналы митингҡа йыйылыусылар Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһармандары Миңлеғәле Шайморатов менән Александр Матросовтың батырлығын иҫкә алды. Сарала мәктәп уҡыусылары, хәрби-патриотик клуб ағзалары, шулай уҡ Башҡорт кавалерия дивизияһы һалдаттарының ейән-ейәнсәрҙәре ҡатнашты.

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Урал Мортазин башҡарыуындағы бейеү бер кемде лә битараф ҡалдырманы. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында хеҙмәт иткән яугирҙың ейәне булараҡ ул сараға ул олатаһының фотоһүрәтен дә алып килгән.

Тантаналы митинг быуындар бәйләнешен нығытты. Батырҙарҙың ҡаһарманлығы бөгөн дә һоҡланыу, ғорурланыу тойғоһо уята, ти Өфөлә йәшәүсе Шайморат Тимербулатов та.

Ватанды һаҡлаусылар көнөн уңайынан ойошторолған саранан оло йәштәгеләрҙән балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәрелә ситтә ҡалмағайны. Малайһар-ҡыҙҙар бергә ҡушылып йырланы ла, бейене лә. Илһөйәрлек тойғоһо менән һуғарылған йырҙар майҙанға айырым бер тантана өҫтәне.

Килгән халыҡ майҙанда йондоҙ булып теҙелеп Башҡорт кавалерия дивизияһы гимнына әйләнгән йырҙы башҡарҙы. Ил тарихында исемдәре алтын хәрефтәр менән яҙылған Миңлеғәле Шайморатов менән Александр Матросовтың батырлығы халҡы хәтерендә.

Башҡорт атлылары тыуған илгә «Дан орденының» биш тулы кавалерын һәм 78 Советтар Союзы Геройын биргән. Был Советтар Союзының бер генә дивизияһы тарихында ла юҡ. Тик генералға әлегәсә юғары дәрәжә бирелмәгән. Шулай ҙа ул халыҡ геройы.

Авторы: Азат Ғәлиуллин