Ошоно иҫәпкә алып Йылайыр районы үҙәгендә республиканың 100 йыллығына яңы янғын һүндереү депоһы төҙөлә. Эш әле тамамланыуға табан бара. Төҙөүселәр эске биҙәкләү эштәре менән мәшғүл. Төбәктәге заманса янғын һүндереү депоһы үҙенсәлектәре менән хәбәрсебеҙ Рафиҡ Әхмәтшин яҡындан танышты.
Райондың янғын һүндереү бүлеге етәксеһе Ғәлим Әүбәкиров депоның сафҡа инеүен түҙемһеҙлек менән көтә. Яңы бинала хеҙмәткәрҙәр өсөн уңайлы эш шарттары ҡаралған. Бынан тыш, райондың барлыҡ ҡотҡарыу хеҙмәтенең матди-техник базаһы яңыртылыуы көтөлә. Совет осоронан бирле эшләп килгән машиналарға алмашҡа яңылары килергә тейеш.
Башҡортостандың көньяҡ төбәктәрендә әлегә Йылайыр янғын һүндереү депоһының ише юҡ. Ҡотҡарыусыларға ҡулайлаштырылған биналарҙа эшләргә тура килә. Төҙөлөш тамамланыу менән Йылайыр янғын һүндереүселәре ауыл ерендә тәүгеләрҙән булып заманса талаптар буйынса һалынған эш урынына күсергә тейеш.
Депо эргәһендә генә һыу замасы өсөн 80 метр кублыҡ 4 цистерна урынлаштырылған. Талап ителгәндә янғын һүндереү машиналары улар менән тиҙ арала файҙалана аласаҡ.
Йылайыр биләмәһе буйынса Башҡортостанда иң ҙур райондарҙың береһе һанала. Уның бер осонан икенсеһенә үтеү өсөн йөҙҙәрсә саҡрым юл үтергә кәрәк. Халыҡты ут сығыу осраҡтарынан һаҡлау өсөн заманса йыһазландырылған депоға ихтыяж ҙур ине тип билдәләй район етәкселеге.
Йылайыр янғын һүндереү депоһы Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан төҙөлгән объекттарҙың береһе. Әле бина коммуналь селтәрҙәргә тоташтырыла, эске биҙәкләү эштәре бара. Яҙға биләмәләрҙе төҙөкләндерергә ҡала. Объект быйыл май айында тулыһынса сафҡа инергә тейеш тип вәғәҙәләй төҙөүселәр.





