Дәүләт учреждениеларының йәмәғәт менән бәйләнеш бүлектәре тейешенсә мәғлүмәт биреп еткермәй

Был турала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер -министры Рөстәм Мәрҙәнов матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлыҡтың коллегия ултырышында белдерҙе.

Фото №1 - Дәүләт учреждениеларының йәмәғәт менән бәйләнеш бүлектәре тейешенсә мәғлүмәт биреп еткермәй

Премьер-министр әйтеүенсә, тап шул арҡала халыҡҡа дәүләт эшмәкәрлеге тураһында дөрөҫ, ентекле мәғлүмәт еткерелмәй. Журналистар үҙҙәре табып ысынбарлыҡҡа тап килмәгән хәбәрҙәр яҙа. Һөҙөмтәлә негатив яңылыҡтар тарала. Тап шуның өсөн агентлыҡтың коллегия ултырышына тәүге тапҡыр дәүләт учреждениеларының матбуғат хеҙмәткәрҙәре саҡырылды. Рөстәм Мәрҙәнов әйтеүенсә, ведомстволар журналистар һәм халыҡ өсөн дә мөмкин тиклем асыҡ булырға тейеш.

Ә бына киң мәғлүмәт саралары эшен Рөстәм Мәрҙәнов ярайһы уҡ яҡшы тип баһаланы. Былтыр

баҫма һәм электрон мәғлүмәт сығанаҡтарының, радио һәм телевидениеларҙың да аудиторияһы артҡан. Халыҡ менән бәйләнеш нығына һәм йәмғиәттең ышанысы ла арта. Киләһе йылға бурыстар ҡуйып хөкүмәт Премьер-министры баҫмаларға интернет киңлектәренә тағы ла нығыраҡ үтеп инеү һәм йәштәр араһында ла үҙ уҡыусыларын күберәк табыу кәрәклеген билдәләне.

Авторы: Айнур Кәбиров

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ