Был турала бөгөн республика буйынса эске эштәр министры Роман Деев Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа йыллыҡ эш һөҙөмтәләренә арналған телмәрендә белдерҙе. Ҡарар юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген интеллектуаль контроль саралары ярҙамында тәьмин итеүгә бәйле тип билдәләне ведомство етәксеһе.
Шул уҡ ваҡытта Роман Деев фекеренсә, юлдарҙан инспекторҙарҙы тулыһынса алыу мөмкин түгел, ә ҡыҫҡартылған хеҙмәткәрҙәр менән мәсьәләне муниципаль йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәктәре ярҙамында хәл итергә мөмкин. Былтырғы күрһәткестәргә килгәндә, республикала дөйөм криминаль көсөргәнешлекте кәметеүгә өлгәшелгән.
Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай ултырышында барлығы ике тиҫтәнән ашыу закон проекты ҡаралды. Улдарҙың күпселек өлөшө беренсе уҡыуға сығарылды. Депутаттар 2020 йылға тиклем иҫәпләнгән республика бюджетына төҙәтмәләр индерҙе. Финанс документка үҙгәрештәр ҡаҙнаны тулыландырыу процессы менән бәйле.





