«Шүлгәнташ» йәнә иғтибар үҙәгендә

Былтыр ноябрҙә билдәле мәмерйәлә табылған дөйә һүрәте донъя ғалимдарында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Тарихи ҡомартҡыға 14 мең йылдан да кәм түгел. Ул донъяла берҙән-бер булыуы менән үҙенсәлекле. Әлегәсә бындай өлгө табылғаны булмаған. Әйткәндәй, «Шүлгәнташ» мәмерйәһенең хәҙер 3Д моделе лә бар.

Фото №1 - «Шүлгәнташ» йәнә иғтибар үҙәгендә

Донъяның билдәле мәмерйәһе 3Д моделдә. Уның аша «Шүлгәнташ»тың бар ҡаттарын да күрергә мөмкин буласаҡ. Мәскәү белгестәре тарафынан ул тулы сканер аша үткән. 3Д форматтағы моделдең электрон версияһы ла бар. Яҙ етеү менән мәмерйәнең тышында эш башланыр тип күҙаллана.

Мәмерйәне сканер аша үткәреү «Шүлгәнташ»ты яңы кимәлгә күтәреү мөмкинлеген бирәсәк. Тәү сиратта тәбиғәт ҡомартҡыһын ЮНЕСКО-ға индереү төп бурыстарҙың береһе булып ҡала.

Былтыр ноябрҙә «Шүлгәнташ» мәмерйәһендә табылған дөйә һүрәте тотош донъя ғалимдарын ҡыҙыҡһындыра. Тарихи ҡомартҡы боронғолоғо менән үҙенсәлекле. Был һүрәткә 14 мең йылдан да кәм түгел. Әле дөйәнең тура күсермәһен күрергә мөмкин.

Ике үркәсле дөйә һыны 1970 йылдарҙың аҙағынан билдәле «Аттар һәм билдәләр» полихром панноһында табылған. Рәсемде ҡаплаған уран-торий ҡатламының анализы уның үрге палеолит заманында төшөрөлгәнен күрһәткән. Үҙенә күрә уникаль табыш киләсәктә сувенир продукцияларында урын аласаҡ. Башланғысҡа нигеҙ ҙә һалынған. Тәүге брелоктар етештерелгән.

Авторы: Азат Ғәлиуллин

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ