Мәләүез районының икмәкханаһында эшләүсе йәшерен мигранттар ҡайтырға сыҡты

Сит ил ҡунаҡтары регистрацияһыҙ булғандары өсөн хөкөмгә тарттырылды. Суд уларға административ штрф түләү һәм депортациялау ҡарарын сығарҙы.

Фото №1 - Мәләүез районының икмәкханаһында эшләүсе йәшерен мигранттар ҡайтырға сыҡты

Бынан тыш, йәшерен мигранттарға эш урыны биргәне өсөн шәхси эшҡуарға ла хөкөм сығарылды. Ул административ штраф түләргә һәм Үзбәкстан граждандарын кире ҡайтарыуға сарыф ителгән 36 200 һумды Дәүләт ҡазнаһына ҡайтарырға тейеш.

Бының хаҡта Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат-хеҙмәте хәбәр итә.

Фото Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат-хеҙмәтенән алынды

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ