Һалдатҡа- сәләм

«Йәш гвардия» ойошмаһы ағзалары бөгөн Өфөнөң ике сауҙа нөктәһендә әрмелә хәрби бурысын үтәүсе һалдаттарға ҡотлау сәләмдәре йыйҙы. Махсус открыткаларға яҙылған хаттар иртәгә Ватанды һаҡлаусылар көнөндә Алкинолағы хәрби частә хеҙмәт итеүсе һалдаттарға тапшырыласаҡ. «Егеттәргә» Бөтә Рәсәй акцияһы илдең 40-тан ашыу төбәгендә үтә.

Авторы: Рәмилә Исмәғилева