«Уңайлы ҡала мөхите» программаһында быйыл республиканың күпселек район-ҡалалары ҡатнаша. Төбәктәрҙә ихаталар, урамдар һәм йәмәғәт урындарын төҙөкләндереүгә йүнәлтелгән маҡсатлы эшкә федераль, республика һәм муниципаль бюджет иҫәбенә финанслана. Программала ҡатнашырға теләүселәр проекттарын тауыш биреүгә сығарыла. Рейтинг һөҙөмтәләренән сығып аҡса бүленәсәк. Бөгөн «Уңайлы ҡала мөхите» программаһын ғәмәләгә ашырыуға әҙерлек барышы республика хөкүмәтендә үткән ведомство-ара кәңәшмәлә ҡаралды. Ултырыш хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары Николай Хорошилов рәйеслегендә үтте.
Альфред Зиннәтуллин, Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары: «Әгәр былтыр аҡсалар күп фатирлы йорттар һанына ҡарап бүленһә, быйыл төбәктә йәшәгән халыҡ иҫәбе буйынса. Шуға ла программала барлыҡ ауыл райондары ла ҡатнашыу мөмкинлегенә эйә. Ҡалала йәшәүселәр ихаталарын төҙөкләндереп ҡалырға тырышһа, ауыл халҡы йәмәғәт урындарын, парк, аллея, һәйкәлдәрҙе тәртипкә килтерергә теләй».
(В1)





