Конкурс исеме йырсының иң популяр йырҙарының береһе менән ауаздаш – “Онотолор тимә”.
“Башинформ” мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, конкурсты йырсының бер туған һеңлеһе Фирүзә Ибәтуллина әҙерләгән. Ул 30 май, йырсының тыуған көнөндә Хәниә Фәрхиҙең хәтер кисәһен үткәрергә күҙаллай.
Сарала Салауат Фәтхетдинов һәм Радик Юльяҡшин ҡатнашырға вәғәҙәләй.





