“Туҡмаҡ” агрофирмаһы Хәйбулла районында һөт һәм сырҙар производствоһын асырға, ә Шишмә районында ҡуян аҫрарға йыйына.
Был ике хужалыҡ Башҡортостандың инвестиция проекттары исемлегенә инде. Дөйөм инвестиция күләме 535 млн. һум. Яңы производстволар 138 эш урыны бирергә тейеш. Төҙөлөш аҙағының яҡынса датаһы: 2023 йыл.





