Башстат Өфө фатир баҙарының уртаса хаҡын иҫәпләне

Федераль дәүләт статистика хеҙмәтенең Башҡортостан бүлеге хәбәр итеүенсә, яңы төҙөлгән йорттарҙа бер квадрат метр 52,2 мең һумға барып еткән, 2017 йыл башында был һан 51,5 мең ине.

Ҡулдан һатыу баҙарында квадрат метр өсөн уртаса 48,8 мең һум түләргә тура киләсәк.

“Башинформ” мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, үткән йылды Башҡортостанда 2460,4 мең кв. метр торлаҡ төҙөлгән.