Өфөлә енәйәтсе ҡуртымға алған машинаны һатып ебәргән

Башҡортостан эске эштәр министрлығының матбуғат-хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 31 йәшлек Өфө ҡалаһының Сипайлово районы йәшәүсеһе ҡуртымға автомобиль алып уны интернет аша һатып ебәргән.

Автосалон етәксеһе полиция бүлегенә “Митсубиши-Лансер” машинаһы юғалыуы тураһында хәбәр иткәндән һуң эҙләү эштәре башлана. Енәйәтсе урлаған машинаны интернетта һатыуға ҡуя, түбән хаҡлы иномарканы алыусы тиҙ табыла. Шулай итеп ул тотола ла.

Мут ир-ат хөкөмгә тарттырыла, уға сыҡмау тураһында таныҡлыҡ яҙҙырыла. Автомобиль законлы хужаһына ҡайтарылды.