Аҙна яңылыҡтары. Дайджест

Был аҙнала Өфөнөң Ленин районы коммуналь хеҙмәткәрҙәре ҡар таҙартыуҙа яңы алым үҙләштерҙе. Юл, тротуарҙарҙы ҡарҙан таҙартыу өсөн механик көрәктәр ҡулланыла башланы. Ҡул көсөн алмаштырған электр көрәк ҡеүәтле батареялар ярҙамында эшләй. Хеҙмәткәрҙәр әйтеүенсә, уның көсө көнө буйы ҡар таҙартыуға етә. Әле яңы эш ҡоралы һынау үтә. Яңылыҡ хуплау тапһа, механик көрәктәр ҡаланың башҡа урам һепереүселәренә лә таратыласаҡ.

ХХХ

Был аҙнала Өфөлә «Һаҡсыл Хөкүмәт» проектында ҡатнашҡан Башҡортостандың министрлыҡ һәм ведомство вәкилдәре өсөн уҡыуҙар башланды. Ул башҡарма дәүләт власы органдарында хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыуға, һаҡсыл етештереү мәҙәниәтен формалаштырыуға һәм һөҙөмтәһеҙ ваҡытлыса сығымдарҙы юҡҡа сығарыу нигеҙендә етештереү процесын ябайлаштырыуға йүнәлтелгән.

ХХХ

Башҡортостанда ҡышҡы миҙгелдә тәүге тапҡыр киҫкен респиратор вирусы менән ауырыусылар һаны эпидимиологик сикте үтте. Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуғын күҙәтеү идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, күрһәткес 20 процентҡа юғары. Бер аҙна эсендә табиптар 29 мең кешегә киҫкен вирус инфекцияһы диагнозы ҡуйған. Уларҙың күбеһе 14 йәшкә тиклемге балалар.

ХХХ

Борисов мейестәре тергеҙелә. Белорет районы Айғыр ауылы ергәһендә бер быуат элек төҙөлгән Борисов мейестәренең былтыр урман эшкәртеүселәр һүтеп, юлға түшәүе тураһында яҙма күрһәткәйнек инде. Өфөнөң «Сик» үҫмерҙәр клубына йөрөүсе уҡыусы уларҙы тергеҙеү маҡсатында проект төҙөгән һәм был эш өсөн 2 йөҙ мең һумлыҡ грант алыуға ирешкән.

ХХХ

Башҡортостанда 200-гә яҡын юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекторын ҡыҫҡартыу ҡарала. Был турала республика буйынса эске эштәр министры Роман Деев белдерҙе. Ҡарар юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген интеллектуаль контроль саралары ярҙамында тәьмин итеүгә бәйле тип билдәләне ведомство етәксеһе. Шул уҡ ваҡытта Роман Деев фекеренсә, юлдарҙан инспекторҙарҙы тулыһынса алыу мөмкин түгел, ә ҡыҫҡартылған хеҙмәткәрҙәр менән мәсьәләне муниципаль йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәктәре ярҙамында хәл итергә мөмкин.

ХХХ

Башҡортостандан янғын һүндереү машиналары моделдәре коллекцияһы Гиннестың рекордтар китабына дәғүә итә. Сирек быуат ғүмерен ҡотҡарыусы хеҙмәтенә бағышлаған Наил Ильясов үҙ фатирында үҙенсәлекле коллекция туплаған. Әле заказ буйынса эшләнгән кәштәләрҙә янғын һүндереү техникаларының 940 моделе урын алған. Улар араһында бик уникаль, ҡулдан эшләнгәндәре лә байтаҡ. Коллекция моделдәренең хаҡы 200 һумдан 100 меңгә тиклем барып етә.

ХХХ

Аҙнаға ҡыҫҡаса байҡауҙы һөйөнөслө яңылыҡ менән тамамлайым. «Шүлгәнташ» мәмерйәһендә былтыр ноябрҙә табылған ике үркәсле дөйә һүрәте тотош донъя ғалимдарында ҡыҙыҡһыныу уятты. Сөнки бығаса бындай тарихи ҡомартҡы бер ерҙә лә табылмаған. Йәше лә бит 14 мең йылдан да кәм түгел. Шулай уҡ мәмерйә Мәскәү белгестәре тарафынан тулы сканер аша үткәрелгәндән һуң, 3Д моделе эшләнде. Уның аша Шүлгәнташтың бар ҡаттарын да күрергә мөмкин буласаҡ. Әйткәндәй, был мөмкинлек ЮНЕСКО-ға инеү өсөн ҙур мөмкинлек булып тора.

Авторы: Азат Ғәлиуллин