Башҡа бер генә илдә лә бит ҡурҡытырлыҡ армия юҡ. Ғәскәрҙәрҙең девиздарын ғына алайыҡ. Десансыларҙың «Беҙҙән башҡа береһе лә түгел», Диңгеҙ пехотаһының «Беҙ булған ерҙә еңеү», Танкистарҙың «Ныҡлы броня, етеҙ танктар» һәм башҡа ҡаһарманлыҡҡа этәргес лозунгтар. Һәр хәлдә, сит ил ғәскәрҙәренеке кеүек түгел. Мәҫәлән, Америка Ҡушма Штаттарында «Кем була алаһың - шул бул», тигән девизы. Йә булмаһа, «Берәүҙән армия»... Миңә ҡалһа, был лозунгтар хәрби рухты күтәреү түгел, булғанын төшөрә.
Хәрби частә байрам кәйефе. Һалдаттар иртәнге йоҡонан бер сәғәткә һуңлап торҙо. Шулай ҙа көндәлек ҡағиҙәләр еренә еткерелеп үтәлергә тейеш. Дембель булырға ла күп ҡалмаған Илмир Ғәббәсов карауатын һанаулы минуттар эсендә тигеҙләп йыйып ҡуя. Был эштә һалдаттарға «һуҡҡыс» тип аталған әйбер ярҙамға килә.
Кирза итек, ике яруслы карауаттар. Бөрйән егете Айҙар Толомғужин да әрмегә өс ай элек кенә алынған. Бөгөн ул башҡа йылдарҙан айырмалы, байрам көнөндә үҙенсәлекле бүләк, тәүге һалдат хатын алып шатланды. Тыуған яҡтан әллә ни алыҫта булмаһаҡ та, һағыныу тойғоһо бар, ти ул.
Хеҙмәттә ҡыйын булһа ла, алышта еңел тигәндәй, хәрби күнекмәләр егеттәрҙе физик яҡтан сыныҡтыра. Ҡола яланда барған был күренештәрҙе «Текә» киноларҙа ғына ҡарарлыҡ. Ә һалдаттар өсөн был классик сценарий, әммә һәр күнекмә уларҙан һиҙгерлек талап итә.
Был УР-77 машинаһы. Һалдаттар уны үҙ-ара «Змей горыныч» тип атай. Совет йылдарында уҡ эшләп сығарылған ҡоролмаға әле булһа ла донъяла тиңдәр юҡ. Техника бер атыуҙа ике йөҙ метр ерҙе минанан таҙарта.
Ер йомшартыусы ауыл хужалығы техникаһына оҡшап торған хәрби машина әйтерһең дә, сиҙәм күтәрә. Әммә ул ҡый үләндәре түгел, ә мина сүпләй. Һәр шартлау танк эсендә ултырған һалдаттар ғүмере өсөн хәүеф тыуҙырған кеүек. Ләкин ҡоролма яҡшы һаҡланған.
Инженер ғәскәрҙәре миналарҙы алып ҡына ҡалмай, кәрәкһә һалып та китә. Бында ла махсус техника ҡулланыла. Был хәүефле эштә инде ҡул көсө мөмкин тиклем кәметелгән. Машиналар үтмәгән урынға - саперҙар һәм кинологтар сыға. Хәрбиҙәр әйтеүенсә, һуңғы йылдарҙа мина эҙләү техникаһы күпкә яңырған. Улар ярҙамында һалдаттар бомба һалынған урынды табыуға ирешә.
Бомба ла табалар, күпер ҙә төҙөйҙәр. Был заманса ҡоролма ун ике минут эсендә ике ярҙы тоташтырырға тейеш. Күпер 60 тонна ауырлыҡтағы техниканы күтәрә ала. Ҡоролманы һалыуҙа ярты йыл элек кенә хеҙмәткә алыныусы һалдаттар ҡатнашты, был тыуған ил һаҡсылары өсөн етди һынауҙарҙың береһе.
Инженер ғәскәренә эләгеү еңел түгел, ти Альберт Латипов. Беренсенән, физик яҡтан сәләмәт булыуың, икенсенән, төрлө хәлдәргә әҙер булыуың мөһим. Шуға ла юҡҡа ғына ғәскәрҙең девизы ла «Беҙһеҙ - бер кем дә» түгел тип алынмаған.
Ватанды һаҡлаусылар көнө - егеттәрҙә байрамса кәйеф. Әммә хәрбиҙәр үҙҙәренең төп бурысын онотмай. Сөнки тап улар ил һағында, әммә саперҙар шартлау тауыштарын бары полигонда ғына ишетергә яҙһын, тигән теләктә.





