Бының турала Башҡортостан Республикаһы ауыл хужалығының вице-министры Илшат Фазрахманов хәбәр итте.
– Беҙҙә булған әлеге техника сәсеү эштәрен тулыһынса 14-15 көн эсендә тамамларға мөмкинлек бирә. Һауа торошон иҫәпкә алғанда, баҫыу эштәре апрель башына тәғәйенләнде, үткән йылға ҡарағанда өс аҙнаға иртәрәк, тей Илшат Фазрахманов.





