Өфөлә трамвайҙан сығып барышлай ике кеше тапалған

Красин урамында автомобиль тәгәрмәстәре аҫтына ике кеше эләккән. Зыян күреүселәр дауаханаға оҙатылған.

Бирелгән мәғлүмәт буйынса, пассажирҙар туҡталышта трамвайҙан сығып барғандар, уларҙы юлдан китеп барған “Чери Амулет” төкөгән.

Юл фажиғәһе сәбәптәре әле асыҡлана.