Башҡортостан прокуратураһы законһыҙ рәүештә шәхси милеккә алынған ике гектар ерҙе хакимиәткә ҡайтарҙы

2013 йылдың ғинуарында полиция хеҙмәткәре, умартасылыҡ менән шөғөлләнеү һылтауы менән, Өфө хакимиәтенән ҡала янындағы ике гектар ерҙе ҡуртымға ала.

Аҙаҡ, ерҙе үҙенә һатып алыр өсөн, территорияла 120 кв. метрлыҡ бина төҙөүе хаҡында ғариза бирә. Ысынында унда нигеҙ генә булған.

Ошо документ нигеҙендә, Өфө хакимиәте ерҙе 282 мең һумға һата. Ир 2 гектар ерҙе 16 өлөшкә бүлеп таныштарына һатып, таратып бөтә.

Суд, ер менән эшләнгән килешеүҙәрҙе законһыҙ тип таныны. Урындың кире муниципалитетҡа ҡайтарыуы хаҡында ҡарар сығарылды.