Өфө коммуналь хеҙмәттәре көслө яуым-төшөм менән көрәшә

Бөгөн төнөн бик күп ҡар яуҙы. Уны ваҡытында көрәр өсөн 300 берәмек техника һәм 200 эшсе сыҡты.

Өфө хакимиәте билдәләүенсә, ҙур иғтибар күпер, юл үткәргес, юлдың өҫкә менгән һәм аҫҡа төшкән ерҙәрен боҙлауыҡҡа ҡаршы матдәләр менән эшкәртеүгә бүленде. Ғөмүмән, ҡыш башынан алып, ҡала юлдарына яҡынса 33 000 тонна смесь һибелгән.

Тағы шуны билдәләп үтергә кәрәк, ҡала йәшәүселәренә махсус Тағы шуны билдәләп үтергә кәрәк, ҡала йәшәүселәренә махсус карта булдырылған. Уның ярҙамында теге йәки был территорияның кемдең яуаплығы аҫтында булғанлығын белергә мөмкин. булдырылған. Уның ярҙамында теге йәки был территорияның кемдең яуаплығы аҫтында булғанлығын белергә мөмкин.