Башҡортостан ауыл хужалыҡтары топ-10 исемлегендә

“Агроинвест” журналы иң мул уңышҡа өлгәшкән төбәктәрҙе билдәләне. Башҡортостан һигеҙенсе урында.

Фото №1 - Башҡортостан ауыл хужалыҡтары топ-10 исемлегендә

Топ-10 исемлегенә, шулай уҡ, Краснодар крайы, Ростов өлкәһе, Ставрополь крайы, Белгород, Воронеж, Саратов өлкәләре, Алтай крайы һәм Татарстан ингән.

Үткән йыл, Башҡортостан 171,8 млрд һумлыҡ аҙыҡ етештергән. Үҫемлелек, көнбағыш, сөгөлдөр, йәшелсә етештереү үҫеше билдәләнгән. Ә бына картуф уңышы 9,3% түбәнәйгән.

Статистик мәғлүмәт буйынса мал-тыуар менән ҡош-ҡорт етештереүе 3,2% үҫкән.

Волна
Акции БСТ