Башҡортостанға йәлеп ителгән инвестициялар күләме артыуын дауам итәсәк, бер үк ваҡытта ивесторҙар менән эшләүҙе камиллаштырыу мотлаҡ

Был эш һис шикһеҙ дөйөм иҡтисади үҫешкә йоғонто яһаясаҡ. Ауыл хужалығы һәм юғары технологиялы сәнәғәт тармаҡтарына яңы проекттар йәлеп итеү ҙә ҡаралған. Был турала Республика Башлығы «Эксперт Урал» журналына биргән интервьюһында белдерҙе.

Башҡортостан етәксеһе билдәләүенсә, әлеге ваҡытта хөкүмәттә Рәсәй инвесторҙарына өҫтөнлөк бирелә башланы. Шулай итеп, эшҡыуарҙарҙың төбәккә һалырға йыйынған 375 миллиардтың 35-е генә сит ил инвесторҙарыныҡы. Республикала оборона предприятияларында сығарылған продукцияның төрлөлөгөн арттырыу өҫтөндә лә эш дауам итәсәк. Башҡортостан Башлығы шулай уҡ һалым мәсьәләһенә лә туҡталды. Уҙған йыл һөҙөмтәләре буйынса республикала һалым йыйымдары сығымдарға ҡарағанда, 10 миллиард һумға күберәк булған. Был аҡсалар һаулыҡ һаҡлау һәм мәғариф тармаҡтарына, мәктәп, дауаханалар төҙөүгә тотоноласаҡ, тине Республика Башлығы

Авторы: Гөлдәриә Йосопова