Республикала киҫкен респиратор ауырыуҙар һәм грипп вирусы менән зарарланыу осраҡтары кәмеүе күҙәтелә

Эпедимиологик сик 9,6 процентты үткән. Әммә шуға ҡарамаҫтан, мәктәпкәсә балалар учреждениелары Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү идаралығының тәҡдимдәрен үтәүҙе хуп күрә. Балалар баҡсаһына медицина хеҙмәткәренә күренгәндән һуң ғына эләгергә мөмкин. Бәләкәстәрҙә ауырыуҙың тәүге билдәләре асыҡланыу менән, ул өйөнә ҡайтарыла. Ҡ

Балалар баҡсаһына килгән һәр баланың тамағын ҡарау һәм һаулыҡ торошон тикшереү - көн талабы. Өфөнөң 100 -cе балалар баҡсаһына йөрөүселәр көн дә иртән ошо процедуралар аша үтә. Киҙеү һәм киҫкен респиратор ауырыуҙар эпидемияһы мәлдәрендә профилактик саралар көсәйтелә.

Балалар баҡсаһында йыһаздарҙы һәм һауыт-һабаны дизенфекциялауға ҙур иғтибар бүленә. Бүлмәләр балалар урамда ваҡытта даими елләтелә һәм зарарлы вирустарға ҡаршы бактерцид лампалар ҡулланыла. Грипп һәм киҫкен респиратор сирҙәргә ҡаршы көрәштә халыҡ араһында киң ҡулланылған ысулдар ҙа яҡшы һөҙөмтә бирә. Кәштәләргә һуған, һарымһаҡ турап һалынған. Ылыҫлы аромотерпия ла киң ҡулланыла. Шулай уҡ ваҡытлыса төркөмдәргә яңы балалар алынмай. Тәрбиәселәргә лә талап ҡаты. Улар сирләп киткән осраҡта балалар менән эшләү рөхсәт ителмәй. Эпидемия мәлдәрендә бәләкәстәрҙең туҡланыуына ла ҙур иғтибар бүленә, рационға йәшелсә-емештәр, ҡыҫҡаһы, витаминлы аҙыҡтар күберәк бүленә. 100-се балалар баҡсаһында киҫкен респиратор ауырыуҙарға һәм гриппты иҫкәртеү саралары һәр ваҡыт контролдә

Асия Ғиләжева, Өфөнөң 100-се балалар баҡсаһы мөдире: «Беҙҙең баҡсаға 86 бала йөрөй, әлеге мәлдә тәрбиәләнеүселәрҙең һаны бер ни тиклем кәмерәк, дөйөм алғанда, хәлдәр ул тиклем мөшкөл түгел. Балаларҙың 90 проценты һау. Хәүефләнергә сәбәп юҡ».

Үткән аҙнала ғына киҫкен респиратор ауырыуҙар менән сирләгән 26 мең кеше теркәлгән, уларҙың 18 меңгә яҡыны балалар. Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү идаралығы ауырыусылар дөйөм балалар һанының 20 проценттан артҡан осраҡта, мәктәпкәсә йәштәге учреждениеларға һәм мәктәптәргә махсус тәҡдимдәр менән сығыш яһай.

Анастасия Күсемова, Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы матбуғат хеҙмәткәре: «Медицина хеҙмәткәрҙәре тарафынан көнөнә ике тапҡыр балаларҙың ауыҙ ҡыуышлығын тикшерә, температураһын үлсәй. Балалар менән эшләүселәр көнөнә 3-4 тапҡыр марля битлектәрҙе алмаштырырға тейеш, йыһаздар һәм һауыт-һаба еүеш сепрәк менән дезинфекцияланырға һәм бүлмәләр елләтелергә тейеш. Ата-әсәләр ауырыу билдәләре күҙәтелгән осраҡта балаларын өйҙә ҡалдырырға бурыслы».

Үткән аҙна менән сағыштырғанда киҫкен респиратор ауырыуҙар кәмегән. Карантин иғлан итергә сәбәптәр юҡ. Әммә Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү идаралығының тәҡдимдәрен мәктәп учреждениелары һәм балалар баҡсалары инҡар итмәҫкә тейеш.

Авторы: Гүзәлиә Борханова