Ҡыш дауам итә

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, киләһе тәүлектәрҙә республиканың күп кенә райондарында урыны менән ҡар яуыуы, буран сығыуы, юлдарға еңелсә боҙлауыҡ ятыуы, ҡайһы бер өлөштәрен көрт баҫыуы ихтимал. Елдең тиҙлеге секундына 17 метрғаса көсәйеүсән. Киләһе көндәрҙә республикала һауа температураһының түбәнәйеүе күҙәтеләсәк.

Авторы: Гүзәлиә Борханова